3 декабрь, Шәмбе

24 август 2015 йыл, 17:37

«Крутушка-2015» халыҡ-ара этник фестивалендә башҡорттар Ҡазанды «алды»

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Татарстанда «Крутушка-2015» VII  халыҡ-ара этник музыка фестивале тамамланды. Башҡортостандың «Сал Урал» этно-төркөмө фестивалдең иң сағыу йондоҙҙарының береһе булды. «Был юлы Ҡазанды башҡорттар алды», — тип яҙа Татарстанда «Комсомольская правда» сайты.

«Сал Урал» этно-инструменталь квартеты бер нисә композиция башҡарҙы. Рәис һәм Айназ Низаметдиновтар, Илһам Байбулдин, Илдар Шакиров тамашасыларға өзләү һәм ҡурайҙа уйнау оҫталығын күрһәтте. «Ҡазанды алыу» маршы Башҡортостан коллективының иң юғары нөктәһе булды. Марштан һуң Айназ Низаметдинов «Һунарсы бейеүен» башҡарҙы.

«Крутушка» фестивалендә икенсе тапҡыр ҡатнаштыҡ, — тине Рәис Низаметдинов. — Ҡурайға һәм думбыраға ҡушылып өзләү беҙҙең проектта төп урынды биләй. Ситтә башҡорт өзләүен күберәк беләләр. Беҙ Пермь крайында, Татарстанда, сит илдәрҙә йыш сығыш яһайбыҙ. Бөтә ерҙә лә был сәнғәт төрө бик популяр, тыуған төйәгебеҙҙә ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, актуаль түгел».

Төркөмдөң репертуарында — башҡорт фольклоры һәм автор композициялары. Фестивалдә башҡорт проектында ҡатнашыусылар сәхнәлә сығыш яһап ҡына ҡалманы, өзләү буйынса оҫталыҡ дәресе лә үткәрҙе.

«Крутушка-2015» фестивалендә Рәсәйҙән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән 20-нән ашыу коллектив — төрлө халыҡтарҙың фольклор төркөмдәре, шулай уҡ бейеү һәм театр коллективтары ҡатнашты. Фестивалдә тере тауыш менән сығыш яһауға өҫтөнлөк бирелә.