11 декабрь, Йәкшәмбе

24 август 2015 йыл, 16:05

Ҡазанда Башҡортостан пенсионерҙары интернет менән әүҙем ҡулланыусы исеме өсөн көс һынаша

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Бөгөн, 24 августа, Ҡазанда өлкән йәштәгеләр араһында компьютер буйынса V Бөтә Рәсәй чемпионаты башлана. Унда Башҡортостан исеменән Учалынан Фатима Алтынбәкова һәм Ҡалтасы районынан Ирина Нурыева сығыш яһай. Сараны Рәсәй Пенсионерҙар союзы ойоштора.

Республика Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостан вәкилдәре ошоға оҡшаш ярыштарҙың төбәк этабында еңеү яулаған. Сарала Рәсәйҙең 70 төбәгенән 150-нән ашыу пенсионер ҡатнаша. Быйылғы чемпионатҡа Ҡырым, Севастополь, Калининград һәм Сахалин өлкәләре, шулай уҡ Абхазия, Белоруссия, Бельгия, Польша, Словения һәм Финляндия илдәре вәкилдәре килгән. Ике көн дауамында улар мәғлүмәт технологияларын иң әүҙем ҡулланыусы исеме өсөн көс һынашасаҡ.

Ҡатнашыусылар дәүләт хеҙмәттәре порталын файҙалана, текст программалары менән эшләй, презентация яһай белеүен күрһәтәсәк.

Компьютер буйынса күп төрлө ярыштың төп маҡсаттары — пенсионерҙарҙы компьютер технологияларына эйә булыу хәрәкәтенә йәлеп итеү, уларҙы интернет аша дәүләт хеҙмәттәре менән ҡулланырға өйрәтеү.

Белешмә. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 55 йәштән өлкән рәсәйҙәрҙең 20 проценты — ҡайһы берҙә һәм бары тик 8 проценты ғына даими рәүештә интернет менән файҙалана.