4 декабрь, Йәкшәмбе

24 август 2015 йыл, 14:57

Өфөлә Рәсәй философтары конгресы уҙғарыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 6 сентябрҙән 10 октябргә тиклем Өфөлә VII Рәсәй философтары конгресы үткәрелә. Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 1000-гә яҡын ғилми берләшмә вәкилдәренең килеүе көтөлә. Конгресс халыҡ-ара форум форматында ойошторола. Сараға донъя кимәлендә билдәле ғалимдар саҡырылған, тип хәбәр иттеләр Башҡорт дәүләт университетынан (уҡыу йорто — конгресты ойоштороусыларҙың береһе). Ҡатнашыу өсөн Ҡаҙағстан, Ҡытай, Төркиә, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Иран, Израиль, Үзбәкстан, Азербайжан, Испания, Болгария, Бельгия, Украина илдәренән 1450-нән ашыу ғалим ғариза биргән.

Рәсәй философтары конгресы өс йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Бынан алдағы саралар Санкт-Петербургта (1997), Екатеринбургта (1999), Дондағы Ростовта (2002), Мәскәүҙә (2005), Новосибирскиҙа (2009) һәм Түбәнге Новгородта (2012) ойошторолдо.

Конгрестың темаһы — «Философия. Толерантлыҡ. Глобалләштереү. Көнсығыш һәм Көнбайыш — донъяға ҡараштар диалогы». Уның программаһында күренекле ғалимдар ҡатнашлығында пленар ултырыштар, симпозиумдар, түңәрәк өҫтәлдәр һәм ижади осрашыуҙар ҡаралған. Эш барышында ҡала мөхитен үҫтереүҙең заманса йүнәлештәре, мәғариф һәм милли хәүефһеҙлек, экологик этика һәм экологик цивилизация, милләт-ара мөнәсәбәттәр мәҙәниәте, заманса тәбиғәт белеменең мөһим проблемалары кеүек темаларҙы тикшереү планлаштырыла.

Ойоштороусыларҙың һүҙҙәренсә, форумдың Өфөлә уҙыуы Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәр араһындағы фәнни һәм мәғариф бәйләнештәрен үҫтерергә, шулай уҡ уҡытыусыларҙың һәм аспиранттарҙың стажировкаларын ойошторорға булышлыҡ итәсәк.

Форумды ойоштороусылар: Рәсәйҙең философтар йәмғиәте, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Башҡорт дәүләт университеты, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Философия институты.

Тулыраҡ мәғлүмәт Конгрестың рәсми сайтында бирелгән.