4 декабрь, Йәкшәмбе

24 август 2015 йыл, 13:38

Башҡортостан юлдаш телеканалында «Асыҡ дәрес» тип аталған яңы тапшырыу башлана

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Республиканың төп телеканалында башҡорт телендә «Асыҡ дәрес» тип аталған яңы проект старт ала. Тапшырыу 31 августа киске сәғәт 9-сы 15 минутта һәм 1 сентябрҙә киске 6-ла эфирға сыға.

«Асыҡ дәрес»тең бурысы — белем биреү мәсьәләләрен төрлө яҡлап тикшереү өсөн телевизион майҙансыҡ булдырыу», — тине яңы программаның авторы һәм алып барыусыһы Гөлсимә Иштанова. Ул үҙе белеме буйынса — уҡытыусы.

Журналистар мәғариф өлкәһендәге реформалар хаҡында һөйләйәсәк, ҡатмарлы уҡытыу методикаһына төшөнөргә ярҙам итәсәк, борсоған һорауҙарға яуап бирәсәк. Мәҫәлән, «Ни өсөн мәктәп хакимиәттәре дәреслектәр барыһына ла етә тип раҫлаһа ла, йыл һайын ата-әсәләр уларҙы үҙ аҡсаһына һатып ала?». Был һорауға «Асыҡ дәрес» тапшырыуының тәүге сығарылышында яуап алырға мөмкин.

Проекттың геройҙары — уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре. «Был бик мөһим, — тип иҫәпләй режиссер Ләйсән Рамазанова. — Беҙ тәү сиратта ата-әсәләр өсөн эшләйбеҙ». Тапшырыу рус телендәге субтитрҙар менән барасаҡ.