8 декабрь, Кесе йома

24 август 2015 йыл, 12:59

Даниил Квят Бельгияла дүртенсе урын яуланы

фото: Red-Bull Racing матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Виктория Гаврилова/. Өфө спортсыһы Даниил Квят Спа ҡалаһында 12-се урында тип баһаланды. Шул уҡ ваҡытта уның ише Даниэль Риккьярдо алтынсы ваҡыт күрһәтһә лә, бишенсе булып старт алды, сөнки Ромэн Грожанға яза бирелгәйне.

Старттан һуң Даниил Квят тәүге унау иҫәбендә ине, бер аҙҙан ул Маркус Эрикссонды, һуңынан Филиппе Массаны уҙып китте.

Шулай итеп, ярыш яҡташыбыҙ өсөн уңышлы ғына башланды.

Финишҡа тиклем Даниил бишенсе урынға күтәрелде, Себастьен Феттель төшөп ҡалғандан һуң дүртенсе позицияла нығынды. Хәҙер ул 57 мәрәй менән шәхси зачетта етенсе урынды биләй.

Тәүге ике урынға Льюис Хэмилтон һәм Нико Росберг лайыҡ булды, өсөнсөлә — Ромэн Грожан.

Киләһе ярыш 4 сентябрҙә Италияның Монца ҡалаһында уҙғарыла. 9-11 октябрҙә Сочиҙа үтәсәк Рәсәй тарихындағы икенсе Гран-приға ла күп ҡалмай.

темалар: автоспорт, уҙыш