9 декабрь, Йома

24 август 2015 йыл, 11:54

Өфөлә ҡала электричкаһы сафҡа индереләсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфөлә ҡала электричкаһы сафҡа индереләсәк. 15 сентябрҙә «Дим — Шакша — Дим» поезы йөрөй башлай.

Электр поезының теҙмәһе Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы сайтында баҫылған. Димдән электричка иртәнге сәғәт 5 тула 6 минуттан ҡуҙғала, һуңғы станцияға иртәнге сәғәт 6 тула 25 минуттан килеп етә. Кире йүнәлештә, Шакшанан, электр поезы иртәнге 6-сы 2 минутта һәм 7-се 26 минутта юлға сыға. Әлеге ваҡытта «Уң Ағиҙел», «Өфө», «1629 саҡрым», «Парк», «Черниковка», «Спорт» туҡталыштары планлаштырылған.

Электричкалар көн һайын эшләйәсәк, тип күҙаллана.

Ҡала эсендә халыҡты транспорт менән тәьмин итеү һәм пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүҙең сифатын яҡшыртыу маҡсатында 2013 йылда Дим — Өфө — Шаҡша участкаһында «Ҡала электричкаһы» проекты ғәмәлгә ашырыла башланы. Проектҡа инвесторҙар йәлеп ителә. «Дим» һәм «Шакша» станцияларын файҙаланыуға тапшырыу буйынса юл карталары әҙерләнгән. «Гастелло», «Ҡала мәҙәниәт һарайы», «Воронки — Көньяҡ автовокзал», «Уң Ағиҙел — Телеүҙәк» транспорт-күсеп ултырыу урындарын ойоштороу ҡарала. Транспорт-күсеп ултырыу урындары эскалаторҙар, траволаторҙар һәм лифттар ҡуйыуҙы күҙ уңында тота.

2014 йыл аҙағындағы мәғлүмәттәр буйынса, «Ҡала электричкаһы» проектына 316 миллион һум һалынған: Өфө хакимиәте — 240 миллион, Куйбышев тимер юл идаралығы 76 миллион һум аҡса бүлгән.