10 декабрь, Шәмбе

07 август 2015 йыл, 16:17

Башҡортостанда муниципаль һайлауҙарҙа «Берҙәм Рәсәй»ҙән 7307 кандидат ҡатнаша

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Алдағы һайлауҙарға «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе 7310 кандидат күрһәтте. Бөтә кандидаттар ҙа теркәлде, әммә 7307 дәғүәсе генә һайлау алды көрәшен дауам итәсәк. Партияның төбәк бүлексәһе секретары, республика парламенты спикеры Константин Толкачев журналистар өсөн һайлау кампанияһына арналған брифинг үткәрҙе.

Константин Толкачев һүҙҙәренсә, тәҡдим итеү алдынан партия эсендә тауыш биреү ойошторолған. Алдан һайлауҙа 16 мең самаһы партия ағзаһы ҡатнашҡан. Айырыуса Ауырғазы, Баймаҡ, Илеш райондарында партиянан депутат мандатына дәғүә итеүселәр күп, унда 200-ҙән ашыу кандидат теркәлгән.

Партия секретары дәғүәселәрҙең һайлауҙарҙан төшөп ҡалыу сәбәптәре тураһында мәғлүмәт менән таныштырҙы. Кандидаттарҙың береһе вафат булған, икәүҙе үҙен-үҙе кире ҡаҡҡан.

«Партия һайлауҙарҙы юридик яҡтан дөрөҫ үткәреү бурысын ҡуя, шуның өсөн хәҙер кандидаттарҙы өйрәтәбеҙ», — тип һөйләне Константин Толкачев.

Берҙәм тауыш биреү көнөндә, 2015 йылдың 13 сентябрендә, төбәктең 53 районында (Белорет районынан тыш) урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутаттар һайлау уҙғарыла. Ике ҡала биләмәһе Советтарына (Бәләбәй районының Приютово һәм Шишмә районының Шишмә ҡасаба Советтары) депутаттар һәм 775 ауыл биләмәһе Советтарына депутаттар һайлау планлаштырыла.

Сентябрҙә ике һайлау округында Дәүләт Йыйылышы депутаттарын өҫтәмә һайлау ойошторола. Үҙәк һайлау комиссияһы Туймазы һәм Күмертау һайлау округтары буйынса өҫтәмә һайлауҙар тәғәйенләне.

«Берҙәм Рәсәй» Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына өҫтәмә һайлауҙарға ла кандидаттар күрһәтте. Туймазы округы буйынса — «Белсталь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рәмил Бигнов, Күмертау буйынса — «Акрополь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Хәйҙәр Ғайсин.