5 декабрь, Дүшәмбе

07 август 2015 йыл, 14:54

Республика Хөкүмәте Социнвестбанкты һауыҡтырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостан Хөкүмәте Үҙәк банктың етәкселегенә Социнвестбанкты һауыҡтырыу тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итте. Хөкүмәт сайтында хәбәр ителеүенсә, был банктың төбәктәге социаль әһәмиәтен иҫәпкә алып һәм кредит ойошмаһын республиканың финанс баҙарында һаҡлап ҡалыу маҡсатында эшләнә.

Кисә Рәсәй банкы Социнвестбанк ваҡытлы хакимиәтенең функцияларын Вкладтарҙы страховкалау буйынса агентлыҡҡа йөкмәтергә ҡарар итте. Хәбәр ителеүенсә, кредит ойошмаһының финанс хәлен тикшереү ваҡытлы хакимиәттең тәү сираттағы бурысы булып тора.

«Социнвестбанк ваҡытлы хакимиәтенең эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә уның эше тергеҙеләсәк, тип иҫәпләй Башҡортостан Хөкүмәте», — тиелә төбәк Хөкүмәтенең белдереүендә.

«Социнвестбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте 1987 йылда Өфөлә СССР-ҙың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм социаль үҫеш банкында теркәлгән. Устав капиталы — 2 миллиард һум. 2015 йылдың 1 авгусына «Социнвестбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең активтары 15,1 миллиард һум тәшкил итә.