5 декабрь, Дүшәмбе

07 август 2015 йыл, 13:20

Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә 2016 йылға йыртма календарь баҫылып сыҡты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә башҡорт телендә 2016 йылға йыртма календарь донъя күрҙе. Унда тыуған төйәгебеҙҙең тарихы һәм республикабыҙҙың бөгөнгөһө хаҡында мөһим мәғлүмәттәр тупланған. Һөнәри байрамдарға һәм иҫтәлекле даталарға, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәренең тормошона һәм уларҙың эшмәкәрлегенә ҙур иғтибар бүленгән. Шулай уҡ ҡыҫҡа юморескалар, хикәйәләр һәм лирик шиғырҙар, кроссвордтар, төрлө тестар һәм файҙалы кәңәштәр урын алған, тип хәбәр иттеләр нәшриәттән.