4 декабрь, Йәкшәмбе

07 август 2015 йыл, 13:03

Августа төбәктә сағыштырмаса йылы, ә сентябрҙә ҡояшлы көндәр күберәк буласаҡ

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Августа Башҡортостанда сағыштырмаса йылы, ә сентябрҙә ҡояшлы көндәр күберәк буласаҡ. Башгидрометтың агрометеорология бүлеге начальнигы Татьяна Власова республика Ауыл хужалығы министрлығында үткән видеоселектор кәңәшмәһендә шулай тип белдерҙе.

Августа һауа температураһы төндә 8-13 градус йылы, көндөҙ 21-26 градус тәшкил итәсәк. Август уртаһында көндәр һалҡыная, төндә — 5-10, көндөҙ 15-20 градус йылы. Республиканың төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы көтөлә.

Башгидромет хеҙмәткәрҙәренең күҙаллауы буйынса, сентябрҙә үҙгәреүсән һауа торошо һаҡланасаҡ, әммә ҡояшлы көндәр күберәк буласаҡ.