Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

«Башавтотранс» Ҡара диңгеҙ буйындағы курорттарға маршруттар ойоштора

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы Ҡара диңгеҙ буйындағы курорттарға рейстар асты. Компания «Өфө — Гагра» һәм «Өфө — Адлер» йүнәлештәре буйынса август айында биш һәм сентябрҙә өс сәйәхәт планлаштырған.

Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, төбәк-ара рейстарҙа 57 кеше һыйҙырышлы VDL 501E1 маркалы уңайлы автобустар йөрөй. Салонда телевизор, кондиционер ҡуйылған. Автобустар менән тәжрибәле водителдәр идара итә. Был юлда пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген гарантиялай.

«Өфө — Гагра» һәм «Өфө — Адлер» рейстары 10,15,19,24,28 августа һәм 2,6,11 сентябрҙә башҡарыласаҡ. Автобустар көндөҙгө сәғәт 2-нән Спорт һарайы майҙанынан ҡуҙғала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть