11 декабрь, Йәкшәмбе

07 август 2015 йыл, 11:41

Башҡортостан гроссмейстерҙары халыҡ-ара шашка буйынса Европа беренселегендә «бронза» миҙал яуланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Таллиннда йәштәр араһында халыҡ-ара шашка буйынса Европа беренселегенең төп классик программаһы тамамланды. Ярыштар дүрт йәш төркөмдәре буйынса уҙҙы: 19 йәшкә тиклем, 16 йәшкә тиклем, 13 һәм 10 йәшкә тиклем. Алты көн дауамында йәш шашкасылар туғыҙ партия уйнаны.

Классик уйында 14 илдән килгән 101 ҡыҙ һәм 135 егет ҡатнашты. Улар араһында Яҡутстандан, Башҡортостандан, Удмуртиянан, Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан, Силәбе һәм Мәскәү өлкәләренән 27 спортсы бар.

Рәсәйҙең йыйылма командаһында Башҡортостандан алты спортсы уйнай.

13 йәшкә тиклемге төркөмдә өфөләр Даниил Ильин, Тамерлан Әхмәров ҡатнашты. 2013 йылда 10 йәшкә тиклемге шашкасылар араһында донъя чемпионы исемен яулаған Даниил финишта лидерҙар рәтенән төшөп ҡалды һәм алтынсы урын алды. Тамерлан иһә бронзаға лайыҡ булды.

16 йәшкә тиклемге егеттәр араһында Воутер Вольф (Нидерландтар) һәм Марсель Шәрәфетдинов (Өфө) 12 мәрәй йыйып, 3-4 урындарҙы бүлеште, әммә коэффициент буйынса яҡташыбыҙ дүртенсе урында.

Ишембайҙан Агата Парахина һәм Руфина Әйүпова, Өфөнән Кристина Осипова 16 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында сығыш яһаны. Руфина Әйүпова ла «бронза» миҙал алды.