3 декабрь, Шәмбе

07 август 2015 йыл, 10:53

9 августа Өфөлә футбол уйындарын ойоштороуға бәйле юлдар ябыла

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 9 августа Өфөлә «Нефтсе» стадионында футбол уйындарын ойоштороуға бәйле Комаров урамы шәхси автомобилдәр өсөн ябыла, тип хәбәр итә ҡала автоинспекцияһы. Был көндә Башҡортостандың баш ҡалаһында «Өфө» һәм Санкт-Петербургтың «Зенит» командалары осраша.

Көндөҙгө сәғәт 4-тән уйын тамамланғансы Беренсе май урамы сатынан Кемерев киҫелешенә тиклем Комаров урамы ябыҡ буласаҡ. Йәмәғәт транспортының хәрәкәте үҙгәрмәй.

Комаров һәм Кемеров урамдарында транспорт туҡталышына сикләүҙәр индерелә. «Нефтсе» стадионы туҡталҡаһына Кемеров урамы аша инергә кәрәк буласаҡ. Уйын ваҡытында тамашасылар һәм көйәрмәндәр өсөн Төньяҡ автовокзал биләмәһендә өҫтәмә туҡталҡа асыла.

темалар: юл хәрәкәте