10 декабрь, Шәмбе

07 август 2015 йыл, 9:58

Республикала йәнә Театр төнөнә әҙерләнәләр

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 19 сентябрҙә Башҡортостанда Театр төнө уҙғарыла. Республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, мәҙәни акция Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына һәм Әҙәбиәт йылына арнала.

Йола буйынса, акцияла республика театрҙары һәм театр студияларынан тыш, сәнғәт галереялары, китапханалар, мәҙәни үҙәктәр ҡатнаша.

Быйылғы Театр төнөнөң төп үҙенсәлеге — театр бульвары, унда әкиәт персонаждарын осратырға, төрлө ижади коллективтарҙың сығыштарын ҡарарға, шулай уҡ үҙеңә лә сығыш яһарға мөмкин буласаҡ.

Акцияла ҡатнашырға теләгән ижади коллективтар ғаризаларын mkrb@bashkortostan.ru электрон почтаһына ебәрә ала. Хаттың темаһына «Театр көнө 2015» тип яҙырға кәрәк. Акцияла ҡатнашыуға ғаризаның формаһы https://culture.bashkortostan.ru/documents/230162/ һылтанмаһы буйынса бирелгән.