9 декабрь, Йома

06 август 2015 йыл, 17:42

Учалы районында «Реаль эштәр» проектына дүрт миллион һумдан ашыу бүленгән

фото: Учалы районы хакимиәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Учалы районының ҡала һәм ауыл биләмәләренә «Реаль эштәр» проектын бойомға ашырыу өсөн дүрт миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Ағымдағы йылдың июнь айында «Берҙәм Рәсәй» партияһы старт биргән проект Башҡортостан муниципалитеттарында әүҙем тормошҡа ашырыла.

Проекттың төп маҡсаты — халыҡ мөһим тип иҫәпләгән проблемаларҙы хәл итеү планын әҙерләү. Хәҙерге ваҡытта Амангилде ауыл советында балалар өсөн майҙансыҡ эшләнгән һәм Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы халҡын һыу менән тәьмин итеү өсөн скважина бырауланған, тип аңлатма бирҙеләр «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһендә.

Мәғариф учреждениеларын ремонтлау буйынса аукцион үткәреү өсөн техник бурыстар әҙерләнгән. Подрядсы билдәләнеү менән ремонт эштәре башланасаҡ. «Ҡыҙыл башлыҡ» балалар баҡсаһының ҡыйығына капиталь ремонт яһау, Бөйҙө һәм Мансур ауылдарындағы мәктәптәрҙә, Кирәбе ауылындағы балалар баҡсаһында, Уральск ауылындағы «Ирәмәл» балалар ижады үҙәгендә тәҙрәләрҙе алмаштырыу, Илсе ауылындағы мәктәпкә канализация үткәреү ҡаралған. Комсомольск ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенә ағымдағы ремонт эштәре талап ителә.

Мәҙәниәт учреждениеларында һәм ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса ремонт эштәре планлаштырылған. Ҡунаҡбай һәм Сәфәр ауылдары халҡы аҡсаны янғынға ҡаршы мотопомпа һатып алыуға, наурыҙдар иһә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәлде тәртипкә килтереүгә йүнәлтәсәк.