8 декабрь, Кесе йома

06 август 2015 йыл, 16:40

Һөнәри байрамдары алдынан республика төҙөүселәре дәүләт наградаларын алды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Һөнәри байрамдары алдынан Башҡортостан төҙөүселәре дәүләт наградаларын алды. Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов үҙ эшен еренә еткереп башҡарған ҡырҡҡа яҡын кешегә наградалар тапшырҙы.

Сергей Молчанов төҙөүсе һөнәренең әһәмиәтен билдәләп үтте. Күркәм йорттар, Мәҙәниәт һарайҙары, спорт һәм социаль объекттар — быларҙың барыһын да төҙөүселәр һала. Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе йыйылыусыларҙың иғтибарын төбәктәге ҡала һәм ауылдарҙың, урамдарҙың, парктарҙың үҙгәрешенә йүнәлтте.

Тантаналы сарала тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең 8-10 июлдә баш ҡалала үткән ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттарына әҙерлеккә ҙур өлөш индереүе билдәләнде.Төҙөүселәрҙең ҡулдары менән яңы ҡунаҡханалар төҙөлдө, «Башҡортостан» концерт залы һәм Конгресс-холл реконструкцияланды, «Өфө» аэропортында халыҡ-ара терминал асылды.

«Элек тә матур ҡала тағы ла йәмләнде», — тип билдәләне Сергей Молчанов. Ул төҙөүселәргә республика Башлығы исеменән намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Тармаҡтың 14 иң яҡшы хеҙмәткәренә Башҡортостан Республикаһының почет грамоталары тапшырылды. Наградалар алған саҡта предприятие вәкилдәре дөйөм эшкә бөтә коллективтарҙың өлөш индереүен билдәләне һәм киләсәккә пландары менән бүлеште.

Байрам алдынан тармаҡтың 23 хеҙмәткәре «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Улар республика халҡы менән бергә төбәктең ҡаҙаныштары менән ғорурлана. «Башкиргражданстрой» 2-се төҙөлөш идаралығы директоры Сергей Гулай «Нефтсе» стадионын төҙөкләндереүҙе тамамлауҙары хаҡында һөйләне. Ошо көндәрҙә унда «Өфө» футбол клубы һәм «Зенит» футболсылары араһында уйын буласаҡ.

Тантананы йомғаҡлап, Сергей Молчанов республика етәкселегенең тармаҡ алдына ҡуйған бурыстарын билдәләне.