Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда капиталь ремонтлау өсөн бурыслыларҙы судҡа бирәсәктәр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Башҡортостанда капиталь ремонтлау өсөн бурыслыларҙы судҡа повестка көтә. Был хаҡта «Республиканың төбәк операторы» фондының генераль директоры Борис Герасимов «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе.

«Капиталь ремонтлау өсөн бурыстарҙы түләтеү торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн кеүек үк башҡарыласаҡ. Әлбиттә, түләмәүселәрҙе судҡа бирәсәкбеҙ. Был йәһәттән һөҙөмтәләр бар. Бөгөнгө көндә шәхси резервтар иҫәбенә туғыҙ дәғүә ебәрҙек. Ошо көндәрҙә улар буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк. Суд приставтары суд ҡарарҙарын үтәйәсәк», — тип билдәләне Борис Герасимов.

1 августан «Башҡортостандың төбәк операторы» капиталь ремонт өсөн түләүҙәрҙе тотҡарлаған өсөн пеня һала башлай.

«Милекселәр 10 авгусҡаса бурыстарын түләү хоҡуғына эйә. Шул көндән һуң бурыстар өсөн пеня һалына башлай. Улар дөйөм фондҡа индереләсәк һәм республиканың күп фатирлы йорттарын ремонтлауға йүнәлтеләсәк», — тип йомғаҡ яһаны фондтың генераль директоры.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть