Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө дәүләт нефть техник университеты абитуриенттарының күбеһе нефть сығарыу объекттарында эшләргә теләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Өфө дәүләт нефть техник университетында ҡабул итеү кампанияһы аҙағына яҡынлаша. 4 августа университеттың сайтында көндөҙгө бүлектең бюджет урындарына ҡабул итеү тураһында бойороҡ баҫылды.

Уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 21 000-дән ашыу ғариза бирелгән, әммә абруйлы вузда белем алырға теләүселәрҙең барыһы ла студент булыу бәхетенә өлгәшмәне.

Бакалавриат һәм белгеслек программалары буйынса 1050 кеше уҡыясаҡ. Шуларҙың 924-е — дөйөм конкурс буйынса, 16-һы — уҡыусыларҙың олимпиадаһында еңеүсе һәм призер булараҡ имтиханһыҙ, 80-не маҡсатлы йүнәлтмә буйынса ингән. Маҡсатлы ҡабул итеү тураһында килешеү төҙөлгән предприятиеларҙы нигеҙҙә «Газпром» һәм «Транснефть» системаһының бүлендек компаниялары тәҡдим иткән. Предприятиелар Волга буйы федераль округында урынлашҡан. Тағы 30 кеше махсус ҡабул итеү квотаһы сиктәрендә уҡырға алынған.

Өфө дәүләт нефть техник университетында дөйөм конкурс бер урынға ете кеше тәшкил иткән. Иң юғары конкурс (15 кеше) «Нефть сығарыу объекттарын файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү» йүнәлеше буйынса теркәлгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть