Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡорт Википедияһы ағзалары ирекмәндәрҙең коммерцияға ҡарамаған партнерлығын ойошторасаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡорт Википедияһы ағзалары ошо интернет-ресурс ирекмәндәренең коммерцияға ҡарамаған йәмәғәт ойошмаһын булдырырға ниәтләй. Үткән йыйылышта улар шундай ҡарар ҡабул итте.

Башҡорт Википедияһы ағзаһы Әлфиә Аҡбутина хәбәр итеүенсә, ултырышта апрель айында Өфөлә уҙғарылған Вики-Һабантуйға йомғаҡ яһалды, шулай уҡ ирекмәндәр хәрәкәтен әүҙем алып барыу һәм уларҙың эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса яңы бурыстар билдәләнде.

«Вики-проекттар Башҡортостан хаҡында белемде популярлаштырыу, төбәктең ыңғай имиджын булдырыу өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға күрә Башҡорт Википедияһы өсөн мәҡәләләр яҙыуға үҙ өлөшөн индерергә һәләтле кешеләрҙе йәлеп итеү мөһим», — тине Рөстәм Нурыев, йыйылыусылар алдында сығыш яһап. Ирекмәндәр Гүзәл Ситдиҡова, Зөфәр Сәлихов, Тимур Ғимранов, Денис Зианбетов Башҡорт Википедияһын артабан үҫтереү буйынса тәҡдимдәрен индерҙе. 2015-2016 йылдарҙың көҙгө-ҡышҡы осорона аныҡ саралар планын төҙөргә хәл ителде. Унда райондарҙа күсмә семинарҙар, оҫталыҡ кластары үткәреү, фәнни, белем биреү, мәҙәниәт һәм йәмәғәт ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләү тураһында пункттар буласаҡ. Шулай уҡ ирекмәндәрҙең коммерцияға ҡарамаған ойошмаһын булдырыу тураһында фекер яңғыраны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть