8 декабрь, Кесе йома

06 август 2015 йыл, 10:32

Социнвестбанк тәғәйенләнгән көндө асылманы һәм «каникулын» 10 авгусҡа тиклем оҙайтты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөләге Социнвестбанкта «тәнәфес» 10 авгусҡа тиклем оҙайтылды. Был хаҡта мәғлүмәт ойошманың рәсми сайтында баҫылған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алдараҡ банк 6 августа үҙ эшен башлаясаҡ тип хәбәр ителгәйне.

Банктың рәсми ресурсында «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, техник сәбәптәр буйынса банк 2015 йылдың 10 авгусына тиклем ябыҡ буласаҡ. Эшкә һәләтлелекте тергеҙеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ» тигән иғлан эленгән.

Ойошма етәкселеге был хәлдең нимә менән бәйле булыуы хаҡында рәсми аңлатма бирмәне. Әммә ҡайһы бер мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Үҙәк банк Анатолий Мотылевтың төркөмөнө ҡараған банктарҙың лицензияһын тартып алғандан һуң, Социнвестбанк ауырлыҡтар кисерә башлаған. «Ведомости» гәзитендә яҙыуҙарынса, Социнвестбанктағы банк-ара кредиттарҙың 5 миллиард һум самаһы Мотылев төркөмөнә тура килә. Банктың иҫәп-хисап документтарынан күренеүенсә, ул «Рәсәй кредиты» һәм АМБ-банкка бурысҡа аҡса биргән. «Интерфакс» мәғлүмәттәре буйынса, 20 июлдә «Тула сәнәғәтсеһе» банкы Социнвестбанктан 500 миллион һумлыҡ кредит алған, 27 июлдә һуңғыһының лицензияһы тартып алынған.

«Социнвестбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — Башҡортостанда сауҙа селтәре үҫешкән төбәк банкы. Активтарының күләме буйынса ул төбәктә икенсе урынды (ИнвестКапиталБанктан һуң) биләй. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре — кредит биреү һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙарында операциялар башҡарыу.