6 декабрь, Шишәмбе

06 август 2015 йыл, 10:04

Төбәктә балыҡ ҡармаҡларға яратыусыларҙы йәйге балыҡсылар фестиваленә саҡыралар

фото: Стәрлтмаҡ районы хакимиәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 6 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда балыҡ ҡармаҡларға яратыусылар өсөн йәйге балыҡсылар фестивале ойошторола. Ул 15 августа Стәрлетамаҡ районының Веденев быуаһында уҙғарыла.

Райондың йәштәр эштәре буйынса комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, сара сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, халыҡтың балыҡ тотоуға ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, ғаилә менән ял итеүҙе популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә.

Ярыштарҙа 10 йәштән алып теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Фестивалдең программаһында балыҡ ҡармаҡлау буйынса ярыштар, төрлө оҫталыҡ дәрестәре һәм ҡыҙыҡлы конкурстар ҡаралған.

Сарала ҡатнашыу өсөн ғаризалар сайтта «Балыҡ тотоу спорты» бүлегендә ҡабул ителә (урында теркәлергә мөмкин).

Фестивалде ойоштороусылар — Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты, йәштәр эштәре буйынса комитеты булышлығында «Шаршы» балыҡсылыҡ клубы. Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн телефон: (3473) 25-97-00; 8 917 757 4720.

Конкурстың положениеһы менән Стәрлетамаҡ районының рәсми сайтында танышырға мөмкин.