7 декабрь, Шаршамбы

05 август 2015 йыл, 17:36

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы урман янғындарын һүндереү тиҙлеге тураһында мәғлүмәтте асты

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы төбәктә урман янғындарын һүндереү тиҙлеге тураһында мәғлүмәтте асты. Әлеге мәлгә ул 96 проценттан ашҡан.

Шуның менән бергә быйыл республика урмандарында сыҡҡан 28 янғындың 17-һе йәки 61 проценты шул уҡ көндө һүндерелгән.

«3 августа Йылайыр, Ейәнсура һәм Бөрйән урман хужалыҡтарында теркәлгән өс янғын кисә, 4 августа, һүндерелде. Кисә киске сәғәт 6-ла Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы төбәк диспетчер хеҙмәтенә шуларҙың һуңғыһын һүндереүҙәре тураһында мәғлүмәт килде. Ошо өс янғынды һүндереүгә 65 кеше һәм 22 берәмек техника йәлеп ителгән», — тип урманды һаҡлау бүлеге хеҙмәткәре Гүзәл Исҡужинаның һүҙҙәрен килтерә ведомство.

Янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланғандан алып 81 гектарға яҡын урман фонды биләмәһе уттан зыян күргән, шуларҙың 75 гектары — урман менән ҡапланған майҙан.