Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.37

EUR 63.12

16 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

2 сентябрҙән республика һайлаусылары ваҡытынан алда тауыш бирә ала

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Урындағы һайлауҙарҙа тәүге тапҡыр ваҡытынан алда тауыш бирергә мөмкин буласаҡ. Командировкаға китеү йәки отпускыға сығыу сәбәпле 13 сентябрҙә тауыш бирә алмаған һайлаусы 2 сентябрҙән 12-нә тиклем үҙенең участкаһында ваҡытынан алда быны эшләй ала. Ошо хаҡта Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы хәбәр итте.

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев «Рәсәй радиоһы (Башҡортостан)» каналының «Иғтибар үҙәгендә» тапшырыуында һайлау ҡануниәтендәге яңылыҡтар хаҡында һөйләне.

Хәйҙәр Вәлиев тыңлаусыларға быйылғы тауыш биреү көнөнә әҙерлек барышы, уның үҙенсәлектәре тураһында мәғлүмәт бирҙе. Әгәр 2011 йылда урындағы үҙидаралыҡ органдарына һайлауҙарҙа «Берҙәм Рәсәй», КПРФ, ЛДПР һәм «Ғәҙел Рәсәй» партиялары ғына кандидаттарын күрһәтһә, был юлы уларҙың һаны 11-гә етте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть