10 декабрь, Шәмбе

05 август 2015 йыл, 16:44

«Өфө» футбол клубы яңыртылған «Нефтсе» стадионында ҙур футболды ҡаршыларға әҙер

фото: Дмитрий Слезин

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Яңыртылған «Нефтсе» стадионының матбуғат үҙәгендә Рәсәй футбол Премьер-лигаһы кимәлендә тәүге тапҡыр матбуғат конференцияһы уҙҙы. Кисә Рәсәй футбол премьер-лигаһы комиссияһы һәм Башҡортостан полицияһы ошо 15 мең көйәрмәнгә иҫәпләнгән аренала уйындар уҙғарырға рөхсәт бирҙе.

Матбуғат конференцияһында «Өфө» футбол клубы президенты Марат Мәһәҙиев һәм клубтың генераль директоры Шамил Ғәзизов ҡатнашты.

Киң мәғлүмәт саралары менән осрашыу «Өфө» футбол клубы һәм ғәмәлдәге чемпион — Санкт-Петербургтың «Зенит»ы араһында буласаҡ матчҡа арналды.

Санкт-Петербургтың фанаттары өсөн 1200-ҙән ашыу билет бүленгән. Бөгөн иртән билеттар һатыла башланы һәм әлегә тиклем стадион кассаларында эш ҡайнай — сират юлға тиклем һуҙылған.

Марат Мәһәҙиев һүҙҙәренсә, ниндәйҙер ҙур тантана үткәреү ҡаралмаған, шулай ҙа милли колорит буласаҡ. Стадионда көйәрмәндәр өсөн туҡланыу урыны асыласаҡ. Ҡунаҡтарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмағандар — уларҙың яғында ялан кухняһы эшләйәсәк.

Марат Мәһәҙиев матчҡа йәмәғәт транспортында килергә саҡырҙы, сөнки автомобиль ҡуйыу урындары сикләнгән. Уйынды «Наш футбол» каналы (НТВ) күрһәтәсәк, тип билдәләнде.

Барыһы ла ҙур спорт байрамын көтә. Йәкшәмбе, 9 августа, баш ҡала ваҡыты буйынса киске сәғәт 6-ла «өфөләр»ҙең «Зенит»ты еңәсәгенә өмөтләнергә ҡала.