7 декабрь, Шаршамбы

05 август 2015 йыл, 15:57

Башҡортостан оҫталары тимерселәр фестивалендә ҡатнаша ала

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостандың тимер эше оҫталарын «Оҫталар ҡалаһы» V Халыҡ-ара тимерселәр фестивалендә ҡатнашырға саҡыралар. Сара 11 сентябрҙән 13-нә тиклем Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһы янындағы Красная Горка ҡасабаһында урынлашҡан П.П.Бажов исемендәге тау паркында ойошторола.

Быйыл фестиваль Златоуст ҡорал фабрикаһының 200 йыллығын байрам итеү сиктәрендә уҙғарыла.

Ҡатнашыу өсөн ғаризалар (3513) 62-10-32; 62-01-15; 65-25-04 телефондары буйынса, шулай уҡ muzeizlatoust@mail.ru электрон почтаһына ҡабул ителә.

Программа һәм сарала ҡатнашыусылар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән бында танышырға мөмкин.