8 декабрь, Кесе йома

05 август 2015 йыл, 15:21

Төбәктә һунарсыларға 1200-ҙән ашыу ҡырағай йәнлек ауларға рөхсәт ителде

фото: Башҡортостандың Экология министрлығы сайты

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 2015 йылдың 1 авгусынан 2016 йылдың 1 авгусына тиклем Башҡортостанда һунарсыларға 1200-ҙән ашыу ҡырағай йәнлек ауларға рөхсәт ителде. Улар араһында мышылар, себер ҡоралайҙары, һоро айыуҙар һәм бурһыҡтар бар. Һунар ресурстарын аулауға лимит һәм квоталарҙы раҫлау тураһында мәғлүмәт республика Экология министрлығының сайтында баҫылған.

Лимитҡа ярашлы, һунарсылар 510 мышы, 428 себер ҡоралайы, 158 һоро айыу һәм 187 бурһыҡ аулай ала.

«Һунар ресурстарын аулауға рөхсәт ҡағыҙҙарын биреү популяцияның йәшәүгә һәләтлелегенә йоғонто яһамай. Лимит һәм квоталар хайуандарҙың һанына мониторинг үткәреү мәғлүмәттәре нигеҙендә билдәләнә. Мәҫәлән, һеләүһендәрҙең аҙ булыуы сәбәпле, уға һунар итеү тыйылған», — тип билдәләй Башҡортостан Экология министрлығының йәнлектәр донъяһы объекттарын һаҡлау бүлеге етәксеһе Камил Биргулиев.