10 декабрь, Шәмбе

05 август 2015 йыл, 14:23

«Мәктәпкәсә Өфө» журналы федераль лицензияға эйә булды һәм «Мәктәпкәсә донъя»ға әүерелде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Бөгөн, 5 августа, Өфөлә «Мәктәпкәсә донъя» журналының беренсе тиражы донъя күрҙе. Быға тиклем ул биш йыл буйына «Мәктәпкәсә Өфө» исеме менән нәшер ителде.

— Беҙ федераль лицензия алдыҡ һәм журналды илебеҙ биләмәһендә таратыу хоҡуғына эйә булдыҡ. Шуға бәйле уның исеме лә үҙгәрҙе, сөнки хәҙер башҡа төбәктәрҙең балаларға белем биреү өлкәһендәге тәжрибәһен яҡтыртырға ниәтләйбеҙ. Әммә урындағы ҡушымта һәр ваҡыт буласаҡ, — тип хәбәр итте «Мәктәпкәсә донъя»ның баш мөхәррире Ирина Бесчаскина.

Емешле эшләү һәм күләмле форум-күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнашыу баҫманың яңы кимәлгә күтәрелеүенә булышлыҡ итте, тип иҫәпләйҙәр редакцияла.

Ай һайын сыҡҡан 48 битлек төҫлө журнал үҙ-үҙеңде финанслау алымы буйынса баҫыла, редакцияла биш хеҙмәткәр эшләй.