4 декабрь, Йәкшәмбе

05 август 2015 йыл, 13:16

Дәүләт Думаһы ҡабул иткән закон проекттарының һаны буйынса республика Волга буйы федераль округында беренсе урын яуланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Дәүләт Думаһы ҡабул иткән закон проекттарының һаны буйынса Волга буйы федераль округы төбәктәренең закон сығарыу органдары рейтингында беренсе урын алды. Республика парламенты индерелгән закон проекттарының һаны буйынса Һамар Губернаһы Думаһынан ҡала икенсе урынды биләй. Бындай мәғлүмәттәр Дәүләт Думаһының закондар сығарыу эшмәкәрлеген тәьмин итеүҙең автоматлаштырылған системаһынан алынған. Башҡортостан парламентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев республика закон сығарыу органының роле федераль кимәлдә үҫеүен билдәләне.

«Федераль коллегаларҙың беҙҙең закон сығарыу башланғыстарына ярҙам күрһәтеүе Дәүләт Думаһы комитеттары менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙең көсәйеүенә, төбәк майҙансыҡтарында алдан һынауға, шулай уҡ республиканың башҡарма власть органдарының булышлыҡ итеүенә бәйле, — тип аңлатма бирҙе Константин Толкачев.  — Йүнәлтелгән закон сығарыу башланғыстарының төп маҡсаты — ҡануниәттәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү. Сер түгел, урындарҙа ҡайһы бер хоҡуҡи нормаларҙың еренә еткереп башҡарылмауы нығыраҡ һиҙелә, шуға күрә файҙалы һәм популяр тәҡдимдәребеҙ бик кәрәк. Шул уҡ ваҡытта күп кенә мөһим башланғыстарыбыҙ закон статусына эйә булмай. Төп сәбәп — бюджетта уларҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн тейешле аҡса ҡаралмауы. Шуны билдәләп үткем килә: закон проекттарының күбеһе Дәүләт Думаһында ҡарала, һәм беҙ федераль депутаттар уларҙы хуплар тип ышанабыҙ».