Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙең иң яҡшы гармунсыһы өфөләрҙе «Ватан» этник паркына бушлай концертҡа саҡыра

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Рәсәйҙең иң яҡшы гармунсыһы Хәйҙәр Яҡшыбаев өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын «Ватан» этник паркына бушлай концертҡа саҡыра. Ике рәтле гармунда төрлө көйҙәрҙе оҫта башҡарыусы билдәле музыканттың, Новосибирскиҙа Геннадий Заволокин исемендәге I Халыҡ-ара гармунсылар конкурсында Алтын кубок һәм Рәсәйҙең иң яҡшы гармунсыһы исемен яулаған еңеүсенең концерты кесаҙна, 6 августа, була.

Хәйҙәр Яҡшыбаев роялдәрҙе, пианиноларҙы көйләй, шулай уҡ баяндарҙы, гармундарҙы, аккордеондарҙы реставрациялай. Күңеленә яҡын тағы бер шөғөлө бар уның — ҡиммәтле гармун өлгөләренең коллекцияһын йыя. Коллекцияһындағы иң ҡиммәтле экспонатҡа — олатаһынан ҡалған инглиз гармунына 200 йылдан ашыу.

Концерт киске сәғәт 7-лә башлана, инеү ирекле, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть