6 декабрь, Шишәмбе

05 август 2015 йыл, 11:15

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары студенттарҙы ҡабул итеү тураһында бойороҡ сығарҙы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Шишәмбе, 4 августа, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары мәғлүмәт стендтарында һәм сайттарҙа беренсе этаптағы студенттарҙы ҡабул итеү тураһында бойороҡ сығарҙы. Яңы регламентҡа ярашлы, быйыл уҡырға инеүселәрҙең проценты ҡәтғи билдәләнгән. Тәүге этапта вуз абитуриенттарҙың — 80, икенсеһендә ҡалған 20 процентын ҡабул итә ала. Беренсе этапҡа эләкмәгән абитуриенттарға 6 авгусҡаса документтарының төп нөсхәләрен тапшырып өлгөрөргә кәрәк.

Быйыл Өфө дәүләт авиация техник университетында бакалавриат, белгеслек һәм магистратура йүнәлештәре буйынса белем аласаҡ студенттар өсөн 1820 һәм 730 урын бүленгән. Бюджет урындарына өс меңдән ашыу мәктәп тамамлаусы уҡырға инәсәк.

Беренсе курс студенттары араһында уҡыусыларҙың олимпиадаһында еңеүселәр һәм призлы урын алыусылар бар, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Өфө дәүләт авиация техник университетының матбуғат үҙәгендә. Маҡсатлы йүнәлтмә буйынса 363 абитуриент ҡабул ителгән. Иң юғары балл (294) «Ғәмәли математика һәм информатика» йүнәлешендә теркәлгән. Ғаризалар буйынса уртаса конкурс — бер урынға биш кеше. «Электр энергетикаһы һәм электр техникаһы» йүнәлешендә иһә бер урынға 51 абитуриент дәғүә иткән.

Өфө дәүләт авиация техник университеты «ир-егеттәрҙең» уҡыу йорто булып ҡала: уҡырға инеүселәрҙең 70 проценттан ашыуы — егеттәр. Шуларҙың 125-е Хәрби-техник белем биреү институтының Хәрби уҡыу үҙәгендә белем аласаҡ.

Йола буйынса, ҡабул итеү тураһында бойороҡҡа Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Николай Криони ҡул ҡуйҙы. Өфөнөң 56-сы мәктәбен тамамлаусы Диана Хәйруллина университеттың логотибы төшөрөлгән «бәхетле» ручкаға эйә булды.

Тантаналы саранан һуң университет майҙанында өлкән курс студенттары рәсми булмаған аралашыу ойошторҙо.