3 декабрь, Шәмбе

05 август 2015 йыл, 10:03

Латвия башҡорттары Вентспилстың төп сәхнәһендә үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте

фото: Рина Хәмитова

ӨФӨ, 2015 йыл, 5 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Латвия башҡорттары Вентспилстың 725 йыллыҡ юбилейын байрам итеүҙә ҡатнашты. Сараны үткәреүгә урындағы милли-мәҙәни ойошмалар, «Ағиҙел» татар-башҡорт йәмғиәте, «Салауат Юлаев» Балтик халыҡ-ара үҙәге, «Ебәк юлы» этник проекттар йәмғиәте һәм билдәле опера йырсыһы Элина Митина булышлыҡ итте.

Вентспилс – Балтик диңгеҙе буйында урынлашҡан заманса, матур, уңайлы, үҫешкән инфраструктуралы ҡала. Быйыл ул 725-се тыуған көнөн бай һәм төрлө мәҙәни программа менән билдәләне. Концертта урындағы, шулай уҡ саҡырылған артистар ҡатнашты.

Башҡортостан исеменән байрам ҡунаҡтарын Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының Латвиялағы вәкиле Рина Хәмитова сәләмләне. Ул яҡташтарына башҡорт мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, халыҡтар араһында дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға ҙур өлөш индергән өсөн рәхмәт белдерҙе. Был көндә Вентспилстың төп сәхнәһендә Латвияның башҡорт диаспораһынан опера йырсыһы Элина Митина һәм «Конфетти» балалар бейеү ансамбле сығыш яһаны. Коллективтың етәксеһе Ләлә Басманова – шедеврҙар, шул иҫәптән башҡорт бейеүҙәрен ҡуйыусы танылған хореограф.