Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә 2016 йылға мәктәп календары донъя күрҙе

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә 2016 йылға мәктәп календары нәшер ителде.

Мәктәп календары — уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың өҫтәл китабы. Унда уҡыусыларҙың тормошо тураһында мәҡәләләр, танып-белеү һәм мауыҡтырғыс мәғлүмәттәр, шулай уҡ кроссвордтар, ребустар, башватҡыстар бирелгән. Календарь сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән. Нәшриәттә аңлатыуҙарынса, был — башҡорт телендә энциклопедик характерҙағы үҙенсәлекле баҫма. Унда төрлө йәштәге мәктәп уҡыусыларын һәм уҡытыусыларҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ темалар яҡтыртыла. Бында тыуған төйәгебеҙҙең тәбиғәт байлыҡтары, тарих, сәнғәт хаҡында материалдар табырға мөмкин. Календарь уҡыу йылы дауамында уҡыусының тоғро юлдашы булыр тип ышана нәшерселәр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть