Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда иң юғары уңыш алыусы район билдәле булды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Саҡмағош әлеге мәлдә Башҡортостанда иң юғары уңыш алыусы район тип иҫәпләнә. Республика Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, бында һәр гектарҙан 30,7 центнер уңыш алына.

Республика Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге белдереүенсә, 234 мең гектар майҙандағы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сабылған, 178 мең гектарҙа — һуғылған. Башҡортостан буйынса бөтәһе 362 мең тонна ашлыҡ һуғылған.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы билдәләүенсә, Стәрлетамаҡ районында эштәр юғары темпта бара, унда 14,75 мең гектар майҙанда иген сабылған, 13,32 мең гектарҙа — һуғылған. Стәрлетамаҡтар ашлыҡ һуғып алыу буйынса алдынғылар рәтендә. Улар 34,03 мең тонна иген йыйып алған.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть