Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары республика юлдарында юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметеү варианттарын ҡараясаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Депутаттар Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының көҙгө сессиялағы тәүге ултырышында республика автомобиль юлдарындағы хәл менән танышырға ниәтләй. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы начальнигы, полиция полковнигы Динар Ғилметдинов юлдарҙағы хәл тураһында мәғлүмәт бирәсәк, тип хәбәр иттеләр Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтендә.

Республика ведомствоһының һуңғы мәғлүмәттәре балалар ҡатнашлығындағы һәм иҫерек водителдәрҙең ғәйебе буйынса юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы хаҡында һөйләй. Ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығында республика юлдарында 11 бала һәләк булған, 179 сабый төрлө тән йәрәхәттәре алған. Был былтырғы ошо осорға ҡарағанда күберәк. Иҫерек водителдәр арҡаһында 24 кешенең ғүмере өҙөлгән, 207 кеше йәрәхәтләнгән.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, депутаттар юл хәрәкәте өлкәһендәге кире күренештәрҙе кәметеү өсөн барлыҡ ресурстарҙы ла файҙаланырға ниәтләй. Һөҙөмтәлә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн санкцияларҙы ҡәтғиләштереүгә йүнәлтелгән яңы норматив хоҡуҡи акттар сығарылыуы ихтимал.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть