Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Башҡорт рәссамы ТӨРКСОЙ-ҙың XVIII пленэрында ҡатнашты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Төркиәнең Аҡһарай ҡалаһында ТӨРКСОЙ-ҙың XVIII пленэрында ҡатнашыусыларҙың күргәҙмәһе асылды, быйыл унда 18 илдән ижадсылар йыйылды. Ике аҙна дауамында төрки илдәре һәм төбәктәренән килгән 21 рәссам төрлө жанрҙа һәм стилдә 100-ҙән ашыу рәсем төшөрҙө. Күргәҙмә ҡала халҡында һәм матбуғат вәкилдәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Азербайжан, Төркиә, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Төньяҡ Кипр, Болгария, Германия һәм башҡа илдәрҙең сәнғәт әһелдәре менән бер рәттән пленэрҙа башҡорт рәссамы Рәлиф Әхмәтшин да ҡатнашты. Төрки донъяһы рәссамдарының сираттағы осрашыуын ТӨРКСОЙ Аҡһарай хакимиәте менән берлектә ойошторҙо. Күргәҙмәне асыу тантанаһында Аҡһарай мэры Халюк Шахин Яҙғы ҡатнашты. Ул экспозиция менән ентекле рәүештә танышты һәм пленэрҙа ҡатнашыусы һәр кемде сәләмләне.

«Бына 18 йыл инде рәссамдарҙың осрашыуы ТӨРКСОЙ-ҙың саралар календарында мөһим урын биләй. Ошо осрашыуҙарҙың ижади мөхите мәҙәниәттәрҙе байытыуға булышлыҡ итә. Бында яҙылған картиналар ТӨРКСОЙ-ҙың коллекцияһын тулыландыра, ул үҙ сиратында донъяның байтаҡ илдәрендә күрһәтелә, кешеләрҙе төрки халыҡтарының мәҙәниәте менән таныштыра», — тип билдәләне ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретары Дүсән Касеинов.

«Һәр пленэр — оло тәжрибә һәм аралашыу. Был ижади, профессиональ яҡтан даирәне киңәйтә. Ошо ике аҙна минең өсөн бик файҙалы булды», — тип тәьҫораттары менән бүлеште Рәлиф Әхмәтшин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть