6 декабрь, Шишәмбе

04 август 2015 йыл, 14:32

Республикала Пенсия фондына керемдәр былтырғы күрһәткестәрҙән юғары

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Июлдә Башҡортостанда мотлаҡ пенсия страховка системаһына эш биреүселәрҙән һәм халыҡтан килгән иғәнә аҡсаһы 6 миллиард 238 миллион һум тәшкил иткән. Был былтырғы кимәлгә ҡарата 100,4 процент, тип хәбәр иттеләр республиканың пенсия ведомствоһынан.

«Мотлаҡ медицина страховкалау фондына 1,4 миллиард һум аҡса ингән, был уҙған йылға ҡарағанда 7,3 процентҡа күберәк», — тип хәбәр итте Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасы Фоат Хантимеров.

Йыл башынан Пенсия фондына 39 миллиард 216 миллион һум страховка иғәнәһе күскән — планға ҡарата 104,7 процент. Ағымдағы йылдың беренсе ярты йыллығында ингән страховка иғәнәләренең суммаһы эш биреүселәрҙән иҫәп-хисап ҡабул итеү тамамланғас эшләүсе граждандарҙың шәхси иҫәбенә таратыласаҡ. Эш биреүселәр 2015 йылдың беренсе ярты йыллығы өсөн иҫәп-хисапты Рәсәйҙең Юстиция министрлығында теркәлгән яңы форма буйынса тапшыра. Ул Пенсия фонды сайтының «Эш биреүселәргә» бүлегендә урынлаштырылған.