4 декабрь, Йәкшәмбе

04 август 2015 йыл, 13:08

Төбәктә тәүлек эсендә өс урман янғыны һүндерелгән, 11 гектар урман зыян күргән

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандың урман фонды биләмәһендә дөйөм майҙаны 11 гектарҙан ашыу өс янғын теркәлгән һәм һүндерелгән. Янғындар урмандарҙы ерҙән патрулләү һөҙөмтәһендә асыҡланған, тип хәбәр итә Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы.

Кисә Йылайыр районының Бәләкәй Юлдыбай ауылынан 9 саҡрым алыҫлыҡта ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙәге янғын арҡаһында ағастарға ут ҡаба. Янғын киске сәғәт 8-гә һүндерелә. Уттан ике гектар урман зыян күргән.

Шул уҡ көндө көндөҙгө сәғәт 1 тула 10 минутта урман фондында йәнә бер янғын сыға. Был юлы — Ейәнсура районының Таҙлар ауылынан 3,5 саҡрым алыҫлыҡта. Беренсе осраҡтағы кеүек, быға уттың ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙән күсеүе сәбәпсе була. Киске сәғәт 8 тула 20 минутта Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы төбәк диспетчер хеҙмәтенә янғындың һүндерелеүе тураһында хәбәр ителә.

Бөрйән урмансылығында сыҡҡан өсөнсө янғындың сәбәптәре асыҡлана. Уның майҙаны — 3,2 гектар.

Янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып Башҡортостанда 28 урман янғыны теркәлгән — ут ялмап алған дөйөм майҙан 80 гектарҙан ашыу тәшкил иткән.

Әлеге мәлгә республикала янғындың уртаса майҙаны — 2,9 гектар. Ошо 28 янғындың 14-нә халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе сәбәпсе.

Урманда янғын башланғанын күрһәгеҙ, кисекмәҫтән 8-800-100-94-00 телефоны буйынса урман һағының берҙәм телефонына шылтыратығыҙ.