10 декабрь, Шәмбе

04 август 2015 йыл, 11:54

Баш ҡаланың Октябрь проспектында 2,6 миллион һумға велосипед һыҙаты ремонтланасаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөнөң Октябрь проспектында велосипед һыҙаты ремонтланасаҡ. Ҡала мәҙәниәт һарайынан алып Дежнев юл үткәргесенә тиклем биләмә төҙөкләндереләсәк. Ошо эшкә 2,6 миллион һум самаһы аҡса сарыф итеү ҡаралған. Проекттың заказсыһы — баш ҡала хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы. Тейешле документация дәүләт һатып алыуҙары сайтында баҫылған.

Велосипед һыҙатын реконструкциялау иҫке япманы алып, яңыһын һалыуҙы, бордюр ҡуйыуҙы, шулай уҡ билдә һалыуҙы күҙ уңында тота. Биләмәне йәшелләндереү һәм ер эштәре башҡарыласаҡ.

Эштәрҙе ағымдағы йылдың ноябренә тамамлау планлаштырыла.