4 декабрь, Йәкшәмбе

04 август 2015 йыл, 10:24

Өфөлә «Сталкер» кинофестиваленең программаһы тәҡдим ителәсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Шаршамбы, 5 августа, Өфөнөң «Родина» кинотеатрында баш ҡалала «Сталкер» кинофестиваленең хәйриә акцияһын үткәреүгә арналған матбуғат конференцияһы ойошторола.

Матбуғат конференцияһында ҡатнашыу өсөн Мәскәүҙән кино белгесе, Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы Александра Иванова килә. Ул 10 августан 14-нә тиклем Өфөлә үтәсәк «Сталкер» кинофестиваленең программаһы, унда күрһәтеләсәк фильмдар һәм баш ҡалаға киләсәк кинематографистар хаҡында һөйләйәсәк.

Өфөлә фестивалде ойоштороусылар — Рәсәй кинорежиссерҙары гильдияһы, Мәскәүҙең театр һәм кино актерҙары гильдияһы, «Родина» кинотеатры» дәүләт унитар предприятиеһы.

Белешмә. «Сталкер» кинофестивале Мәскәүҙә 1995 йылдан үткәрелә. Уның программаһында — илебеҙ төбәктәрендә уйын, документаль фильмдар конкурсы һәм хәйриә, социаль әһәмиәтле акциялар. Кинофестивалдең президенты — СССР-ҙың халыҡ артисы, кинорежиссер Марлен Хуциев. «Сталкер» кинофестивалендә призлы урын яулаған фильмдарҙың авторҙары Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында ижади осрашыуҙар ойошторасаҡ.

Өфөлә фестиваль «Родина» кинотеатрында (Ленин урамы, 42) уҙғарыла.

Өҫтәмә мәғлүмәт, аннотация һәм фильмдарҙың кадрҙары фестивалдең рәсми сайтында.