4 декабрь, Йәкшәмбе

03 август 2015 йыл, 17:43

Республика уҙышсыһы «Смоленск ҡулсаһы»нда иң етеҙе булды

фото: Рәсәй ҡулса уҙышы

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Виктория Гаврилова/. Октябрьскийҙан Альберт Ғәйнуллин сираттағы Рәсәй ҡулса уҙышында йәнә ярышташтарына бер ниндәй ҙә өмөт ҡалдырманы. 85-се һары-ҡара төҫтәге «Калина» һигеҙенсе позициянан уҡ алға сыҡты һәм финиш һыҙығына тиклем алдынғылыҡты бирмәне.

Фиништан һуң пилоттарҙы төрлө төҫтәге флагтар менән сәләмләйҙәр. Шулай итеп, «Смоленск ҡулсаһы»нда зәңгәр, аҡ һәм йәшел флагтар күтәрелде.

Киләһе уҙыш 4-6 сентябрҙә Волоколамск янындағы Moscow Raceway автодромында үтә.

Август айындағы һуңғы ял көндәрендә Альберт Ғәйнуллин Ҡазанда ралли буйынса ярыштарҙа үҙенең ҡаҙаныштарын иҫкә төшөрәсәк.