Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктә халыҡты социаль яҡлауға тәүҙә билдәләнгән сумманан 4 миллиард һумға күберәк йүнәлтеләсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Башҡортостанда «Башҡортостан халҡын социаль яҡлау» республика маҡсатлы программаһының бюджеты 4 миллиард һумға арттырылған. Республика Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, программаны ғәмәлгә ашырыуға 79,4 миллиард һум урынына 83,6 миллиард тотоноласаҡ.

Программаны тормошҡа ашырыуға республика бюджетынан 65,9 миллиард түгел, ә 66 миллиард һумдан ашыу йүнәлтеләсәк. Федераль бюджеттан 10,05 миллиард урынына 14,2 миллиард һум ҡаралған. Ошо маҡсатҡа бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан 34,6 миллиард урынына 34,4 миллиард һум бүленәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть