Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Республикала суд ҡабаттан иҫерек килеш автомобиль йөрөтөү осрағы буйынса беренсе эште ҡараясаҡ

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Ауырғазы районында суд эскән килеш транспорт менән идара итеүҙә ғәйепләнеүсе 69 йәшлек водителгә ҡарата асылған енәйәт эшен ҡараясаҡ.

Былтыр март айында ул руль артына иҫерек көйөнсә ултырған өсөн таныҡлығынан мәхрүм ителә. Ағымдағы йылдың июлендә ул ошо хәлдә ҡабатлап эләгә. Уның аңлатыуынса, һыра эскәс, район үҙәгендә йәшәүсе танышына барырға йыйынған.

2015 йылдың 1 июленән шундай уҡ хоҡуҡ боҙоу өсөн таныҡлыҡ тартып алынған килеш иҫерек көйөнсә автомобиль йөрөтөү ауыр енәйәт тип һанала. Бындай осраҡта ике йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть