10 декабрь, Шәмбе

03 август 2015 йыл, 15:11

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты төбәк журналистары өсөн икенсе вебинар үткәрә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 4 августа журналистар өсөн «Дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек» төбәк һәм урындағы киң мәғлүмәт сараларына ярҙам фонды ойошторған онлайн-лекциялар циклынан икенсе вебинар үткәрелә. Түләүһеҙ мәғариф онлайн-программаһы Санкт-Петербургта үткән икенсе медиафорум йомғаҡтары буйынса эшләй башланы. Лекциялар айына ике тапҡыр уҙғарыла.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабында аңлатыуҙарынса, Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы, журналист Александр Колесниченко «Яңылыҡ, репортаж һәм интервью әҙерләүҙе нисек тиҙләтергә?» тигән темаға лекция һөйләйәсәк. Журналистар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын webinar@onf.ru электрон почтаһына ебәрә ала.

Өфөлә лекция «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының конференциялар залында трансляцияланасаҡ. Адресы: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45. Сара көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

Баш ҡалала «Заманса мәғлүмәт сараларының уңыш факторҙары» тигән тәүге онлайн-лекция 21 июлдә үтте. «Журналист» журналы авторы Всеволод Пуля редакция һәм мультимедиа эше менән идара итеү буйынса уңыш серҙәре менән бүлеште.

Лектор заманса баҫма өсөн кәрәкле алты мөһим мәлгә туҡталды. Ул уҡыусыларҙы йәлеп итеү, хеҙмәткәрҙәрҙе һайлап алыу һәм уларҙы уҡытыу тураһында һөйләне. Социаль селтәрҙәргә сығыу мәсьәләһе төбәк журналистарында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.