5 декабрь, Дүшәмбе

03 август 2015 йыл, 12:40

Төбәктә 200-ҙән ашыу бала «Бала саҡ — ул байрам» картиналар конкурсында ҡатнашты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда «Бала саҡ — ул байрам» картиналар конкурсына эштәр ҡабул итеү тамамланды. Август уртаһында һайлап алыуға йомғаҡ яһаласаҡ. Ижади бәйге «Ныҡлы ғаилә» һәм «Рәсәйгә һәр бала мөһим» федераль партия проекттарын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә уҙғарыла.

Конкурс Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған. Ойоштороусыларҙың төп маҡсаты — ғаилә институтын нығытыу һәм ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау. Сарала 5 йәштән 15 йәшкәсә балалар ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһендә.

«Конкурсҡа бөтә республиканан 200-ҙән ашыу эш килде. Картиналар биҙәү-ҡулланма стилендә, ағастан, сәйләндән, ҡабырсаҡтан, ҡомдан, тиренән һәм башҡа ҡул аҫтындағы материалдарҙан эшләнгән. Эштәр «Әсә йөрәгенең йылыһы», «Минең атайым — иң яҡшыһы», «Яратҡан олатайым һәм өләсәйем», «Ғаилә менән ял», «Минең ғаиләм — минең байлығым» темаларын сағылдыра. Август уртаһында конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ, еңеүселәр бүләкләнәсәк», — тип һөйләне «Ныҡлы ғаилә» партия проектын тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы Альвина Сәғитова.