10 декабрь, Шәмбе

03 август 2015 йыл, 11:44

Өфөләге Социнвестбанк «каникулын» 6 авгусҡа тиклем оҙайтты

фото: «Социнвестбанк»тың сайты

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөләге Социнвестбанк «каникулын» 6 авгусҡа тиклем оҙайтты. Был хаҡта ойошманың рәсми сайты хәбәр итә.

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, техник сәбәптәр буйынса банк 2015 йылдың 6 авгусына тиклем ябыҡ буласаҡ. Эшкә һәләтлелекте тергеҙеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырышабыҙ».

Бынан алдараҡ банк 3 авгусҡаса эшләмәйәсәк тип хәбәр ителгәйне. Был хәлдең нимә менән бәйле булыуы хаҡында рәсми аңлатма бирелмәне. Әммә ҡайһы бер мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Үҙәк банк Анатолий Мотылевтың төркөмөнө ҡараған банктарҙың лицензияһын тартып алғандан һуң, Социнвестбанк ауырлыҡтар кисерә башлаған. «Ведомости» гәзитендә яҙыуҙарынса, Социнвестбанктағы банк-ара кредиттарҙың 5 миллиард һум самаһы Мотылев төркөмөнә тура килә. Банктың иҫәп-хисап документтарынан күренеүенсә, ул «Рәсәй кредиты» һәм АМБ-банкка бурысҡа аҡса биргән. «Интерфакс» мәғлүмәттәре буйынса, 20 июлдә «Тула сәнәғәтсеһе» банкы Социнвестбанктан 500 миллион һумлыҡ кредит алған, 27 июлдә һуңғыһының лицензияһы тартып алынған.

«Социнвестбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — Башҡортостанда сауҙа  селтәре үҫешкән төбәк банкы. Активтарының күләме буйынса ул төбәктә икенсе урынды биләй. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре — кредит биреү һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙарында операциялар башҡарыу.