4 декабрь, Йәкшәмбе

03 август 2015 йыл, 10:57

Республикала Әҙәбиәт йылына бағышланған «Әҙәби нағыш» марафоны дауам итә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Республикала Әҙәбиәт йылына бағышланған «Әҙәби нағыш» марафоны дауам итә. 3 августа марафонда ҡатнашыусыларҙы — Хәйбулла, 4-дә Баймаҡ райондарында, 5-дә — Сибай ҡалаһында, 11-дә — Учалы, 12-дә — Белорет, 18-дә — Әбйәлил, 22-дә — Бөрйән, 25-дә — Салауат, 29-да — Ҡыйғы райондарында көтәләр.

Был көндәрҙә йәш авторҙарҙың ҡулъяҙмалары тикшереләсәк, башҡорт яҙыусыларының китаптарынан күргәҙмә һәм матбуғатҡа, шул иҫәптән «Башҡортостан» гәзитенә яҙылыу ойоштороласаҡ. Ошо хаҡта «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт бүлеге мөдире, танылған шағирә Лариса Абдуллина хәбәр итте.

«Әҙәби нағыш» марафонын ойоштороусылар — Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министрлығы, Яҙыусылар союзы, «Башҡортостан» гәзите редакцияһы, Милли әҙәби музей, Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте менән берлектә Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы. Марафон республиканың бөтә райондарын һәм ҡалаларын иңләп сығасаҡ. «Башҡортостан» гәзитендә февралдән бөгөнгә тиклем уҙғарылған әҙәбиәт байрамдары хаҡында мәҡәләләр һәм йәш яҙыусыларҙың әҫәрҙәре баҫылған.

темалар: әҙәби марафон