Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

1 августан Башҡортостанда капиталь ремонтҡа түләүҙәрҙе тотҡарлаған өсөн пеня һалына башлай

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Рәсәй Торлаҡ кодексының 155-се статьяһына ярашлы, капиталь ремонтҡа түләүҙәрҙе тотҡарлаған йәки тулыһынса түләмәгән күп фатирлы йорттағы милекселәр капиталь ремонтлау фондына пеня түләргә тейеш.

Пеня түбәндәгесә иҫәпләнә: капиталь ремонт өсөн бурыс рефинанслау ставкаһының 0,003 өлөшөнә һәм түләүҙәр кисектерелгән көндәрҙең һанына ҡабатлана.

Түләү ваҡыты билдәләнгәндән һуң икенсе көндән түләүҙәр кисектерелгән көндәрҙе һанау башлана. Рәсәй банкының 2012 йылдың 13 сентябрендәге 2873-сө күрһәтмәһенә ярашлы, рефинанслау ставкаһының күләме йылына 8,25 процент тәшкил итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡортостандың төбәк операторы» фондының попечителдәр советы милекселәр һәм бина майҙандары тураһында мәғлүмәтте аныҡлауға бәйле 2015 йылдың 31 июленә тиклем капиталь ремонтҡа түләүҙәрҙе тотҡарлаған өсөн пеня һалмаҫҡа тигән ҡарар ҡабул иткәйне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть