Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлегенең өҫтөнлөктәре билдәләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Өфөлә яңы дүртенсе саҡырылыш Йәмәғәт палатаһы ағзаларына таныҡлыҡтар тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәренә документтарҙы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары Максим Михайлов тапшырҙы.

«Һеҙ юғары статусҡа эйә, бурыстарығыҙ ҙа күп», — тине Максим Михайлов, йәмәғәтселәрҙе ошо мөһим ваҡиға менән ҡотлап.

Ул бер йыл элек йәмәғәт контроле тураһында закон ҡабул ителеүен иҫкә төшөрҙө. Дәүләт йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлегенә етди иғтибар бүлә.

Сара барышында проблемаларҙы хәл итеүгә ҡағылышлы яңылыҡтар көтөлөүе хаҡында хәбәр ителде. Атап әйткәндә, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың идеяһын ғәмәлгә ашырыу өсөн федераль гранттарҙы йәлеп итеп, уларҙы рәсмиләштерә аласаҡ структура булдырыу. «Ярҙам бухгалтер-юридик яҡтан ғына түгел, йөкмәткеле лә булырға тейеш», тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Максим Михайлов.

Яңы саҡырылыш палатаһына муниципаль Йәмәғәт советтары менән әүҙемерәк эшләргә тура киләсәк. Мәҫәлән, яңы саҡырылыш Йәмәғәт палатаһы комиссияһы составына уларҙың да вәкилдәре инергә тейеш.

«Йәмәғәт палатаһы майҙансығында төрлө мәсьәләләрҙе тикшерергә мөмкин. Был сәйәсәт түгел, ә йәмәғәт институты, шуға күрә палата асыҡтан-асыҡ эш итергә тейеш», — тип билдәләне Максим Михайлов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть