9 декабрь, Йома

31 июль 2015 йыл, 17:07

Ырымбур өлкәһендә башҡорт мәҙәниәте байрамы үткәрелә

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Ырымбур өлкәһендә башҡорт мәҙәниәте байрамы үткәрелә. Сара 1 августа Александровка районының Ҡаяпҡол ауылында ойошторола. Байрамда өлкәнең Александровка, Красногвардейск, Новосергиевка, Переволоцк һәм Төйлөгән райондарының ижади коллективтары ҡатнаша. Башҡортостандан Көйөргәҙе районының ижади делегацияһы бара, тип хәбәр иттеләр республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

«Милли ауыл»дың үҙәк аллеяһын башҡорт тирмәләре биҙәйәсәк, шунда уҡ халыҡ кәсептәре, биҙәү-ҡулланма ижады, милли аш-һыу, сувенирҙар күргәҙмәһе, шулай уҡ йәрминкә эшләйәсәк. Бында бал да һатып алырға мөмкин буласаҡ. Әүҙем ял итергә яратыусыларҙы спорт ярыштары һәм уйындар көтә.

Байрамда башҡорт ауылдары, унда йәшәгән халыҡ тураһында стендтар ҡуйыласаҡ.

Сараны ойоштороусылар — Ырымбур өлкәһе Хөкүмәте һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Александровка районы хакимиәте, «Ҡарауанһарай» Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы.