10 декабрь, Шәмбе

31 июль 2015 йыл, 16:04

Белорет ҡалаһының үҙ бренды буласаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостанда Белореттың брендын булдырыу буйынса эш башланды. Был ҡаланы туристик үҙәккә әүерелдереү өсөн эшләнә. Республиканың Инвестиция йәлеп итеү агентлығы хәбәр итеүенсә, проекттың концепцияһы менән «CityBranding» компанияһы етәксеһе Василий Дубейковский шөғөлләнә.

Бренд булдырыуҙы ҡала бюджеты, урындағы эшҡыуарҙар, краудфандинг ярҙамында финансларға мөмкин. Шулай уҡ башҡа брендлы ҡалалар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү зарур. Белорет ҡалаһы брендының дизайны менән «МегаФон» компанияһы шөғөлләнәсәк.

Белорет ҡалаһының брендын булдырыу тикшереү һәм әҙерләү этаптарынан торасаҡ. Тикшереүҙе үткәреү ағымдағы йылдың 15 сентябренә тәғәйенләнгән, брендты иһә 2016 йылдың 15 июлендә — Белорет ҡалаһы көнөндә йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим итеү ҡарала.

темалар: бренд, белорет